Балалар баҡсаһы тәрбиәсе сайты
ТӘРБИӘСЕ БУЛЫУЫ ХОҘАЙҘАН!
Сайтыма рәхим итегеҙ!
Иртән торғас та китәләр
Атай,әсәйем эшкә.
Кескәйҙәрҙе тәрбиәләү
Төшә минең өлөшкә.
Атай булып уҫалланып,
Әсәй булып иркәләп,
Яратып та алғылайым,
Ҡай саҡта алам әрләп.
Зыҡ ҡубып уйнап алабыҙ,
Зыу килеп илашабыҙ.
Атай-әсәй ҡайтыуына
Һин дә мин ярашабыҙ.
Атай-әсәйем шатлана
Мин бар булғаныма.
Юҡһа, кем күҙ-ҡолаҡ булыр
Игеҙәк туғаныма?
Ә.Әсәҙуллина
Үҫмер сағымдағы, тәрбиәсе йәки уҡытыусы хыялым тормошҡа ашты.
Үҙем тураһында: Мин, Хисаметдинова Ләйсән Сәит ҡыҙы, 1980 йылдың 10 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуғанмын.
Башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫтем. 1996 йылда, Өфө ҡалаһының 20-се һанлы башҡорт гимназияһын тамамлап, үҫмер сағымда тәрбиәсе, йәки уҡытыусы хыялы менән янып йөрөгәс, 1-се һанлы Өфө педагогия колледжына, тәрбиәсе – һөнәрен һайлап уҡырға керҙем. Тәрбиәсе һөнәрен үҙләштереп, ҡулыма диплом алғас, 2000 йылда үҙемдең эш юлымды, балалар баҡсаһында башланым. Артабан белемемде үҫтерер өсөн, 2007 йылда М.Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға кереп, 2011 йылда Олигофренопедагог һөнәрен үҙләштереп, 242 һанлы коррекцион балалар баҡсаһында логопед-дефектолог булып эшләй башланым. 2015 йылда Өфө ҡалаһының 127-се һанлы мәктәбенә күсеп, унда 5 йыл логопед –дефектолог коррекцион класында эшемде дауам иттем. Шул арала аттестация үтеп, юғары категориялы уҡытыусы дәрәжәһенә эйә булдым.
2018 йылда Өфө ҡалаһынан Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылына ғаиләм менән күсеп ҡайтып, Һәүәләй филиалының «Бәләкәс» муниципаль үҙаллы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Олокүл ауылының балалар баҡсаһында, беренсе категориялы тәрбиәсе эшен башҡарам. Әлеге көндә иптәшем менән ике ул тәрбиәләйбеҙ, оло улыбыҙ Ильяс ил алдында хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтып, Башҡорт дәүләт аграр университетының 1-се курсы студенты, ә кесе Искәндәр Һәүәләй дөйөм белем биреү мәктәбенең 8 -се синыф уҡыусыһы.
Һөнәрем: беренсе категориялы тәрбиәсе.
Педагогик стажым: 16 йыл.
Педагогик дәрәжә: юғары категориялы – логопед
беренсе категориялы - дефектолог
Маҡсатым: һәләтле, ижади, белемле, рухлы, мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү.
Тормош девизым: һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға!
Яратҡан шөғөлдәрем: Тыуған Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү, гөлдәр,сәскәләр үҫтереү, ырғаҡ менән бәйләм бәйләргә һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға яратам.
Минең уңыштарым:
2016 йыл – Өфө ҡалаһы Октябрь районының семинарҙарында әүҙем ҡатнашыу.
2017 йыл - Өфө ҡалаһы район логопедттары М.Акмулла исемендәге БДПУ уҡытыусылары менән уҡытыу методик программаһын төҙөп, баҫтырып сығарыу.
2017 йыл - Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районының мәғәриф бүлеге почет грамотаһы.
2018 йыл - Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарламан ауыл советы хәкимиәте «Волейбол» ярышы, грамота 2 урын.
2018 йыл – Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районының мәғәриф бүлеге рәхмәт хаты.
2019 йыл – Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнаған туған телдәр фестивале, рәхмәт хаты.
2020 йыл – Ҡырмыҫҡалы районы Башҡорт теле йылына арналған «Бала саҡ йыры» конкурсында ҡатнашыусы, мәғәриф бүлеге дипломы.
2020 йыл – Ҡырмыҫҡалы районы хәкимиәтенең мәғариф бүлеге «Аксаков уҡыуҙары» конкурсында еңеүсе.
2020 йыл – Ҙур этногафик диктант -2020, сертификат.
2020 йыл - Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауыл советы хәкимиәтенең «Саңғы ярышы», рәхмәт хаты.
2021 йыл- Халыҡтар телендә халыҡ- ара диктант яҙыуҙа ҡатнашыу. Сертификат.
2021 йыл- Ҡырмыҫҡалы районы мәғариф бүлеге ойошторған
«Ҡурсаҡтарҙың милли кейеме» конкурсында әүҙем ҡатнашыу, грамота.
2021 йыл - Ҡырмыҫҡалы районы хәкимиәтенең «Тик батыр ғына уттан ҡурҡмай!» конкурсында ҡатнашыусы, мәғариф бүлеге грамотаһы.
2022 йыл - Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауыл советы хәкимиәтең рәхмәт хаты.